Бөтә яңылыҡтар

Үҙенсәлекле эстафета

#Ағиҙелжурналы #ӘХМӘРҒҮМӘРҮТӘБАЙ#Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 354-се күҙәтеү.

Ҡыҙыҡ ҡына бер күренеш. Күргәнегеҙ барҙыр, заправка пункттарында күҙәтергә була был сәйер хәлде. Автомобиль хужаһы тимер атына яғыулыҡ ҡойоп бөткәндән һуң пистолетты багында тотҡан килеш шлангты күтәреп уның буйлауында ҡалғанын һелкеп "һарҡытып" ҡуя. Йәнәһе, хәләл аҡсаһын түләп һатып алған бензиндың йә солярканың тамсыһын да әрәм итмәй. Тик әрәм итмәйме икән был осраҡта автомобиль хужаһы? Минеңсә, ул был осраҡта, киреһенсә, күпмелер аҡсаһын юғалта (Артабан — сайтта)
Ни өсөн шулай икәнен физикалағы "Энергия һаҡлау закон"ы нигеҙендә лә аңлатып булалыр. "Есемдәрҙең башҡа тәьҫирҙәрҙән азат системаһында теләһә ниндәй эске йоғонто тулы энергияны кәметә алмай". Тимәк, кәметмәгәс, артмай ҙа, ә энергия артһын өсөн тышҡы йоғонто тәьҫире йәки фактор талап ителә. Хәҙер ошо формуланы заправкалағы күренешкә бәйләп аңлатып ҡарайыҡ. Әгәр ҙә автомобилдәренең бактарына бензин ҡойоусы барлыҡ водителдәр ҙә шланг буйын "һарҡытмаһа", бер автомобиль хужаһынан ҡалған бер нисә грамм яғыулыҡ сираттағы водителдең багына инеп ята, һөҙөмтәлә үҙенсәлекле эстафета барлыҡҡа килә. Ә нимә ул һуң бер нисә грамм яғыулыҡ? Уның, аҙ булһа ла, аҡсаға әүерелгән хаҡы бар. Тимәк ошо рәүешле финанс ағымы барлыҡҡа килә. Ағым булғас, хәрәкәт бар, ә хәрәкәттә инде бәрәкәт була. Шулай түгелме?

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 354-се күҙәтеү.
Читайте нас: