Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың журналдың 7-се һанында донъя күрәсәк "Шиғриәткә тоғролоҡ" тигән мәҡәләһен уҡып ултырам. Ул халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 90 йыл тулыу айҡанлы журналда донъя күрәсәк. Беҙ Рауил Бикбаевтың фекерләү киңлегенә һәм тәрәнлегенә шул тиклем өйрәнгәнбеҙ. Шуға күрәлерме, мәҡәләне мин уҡыманым да кеүек, эйе, эйе, Рауил Бикбаев үҙенең сағыу тауышы менән миңә унда яҙылғандарҙы һөйләй башланы. Башҡа төрлө, хатта үҙемдең тауышым менән дә ҡабул итеп булмай уны.
Мостай Кәримдең, Назар Нәжминең, Рәми Ғариповтың, Хәсән Назарҙың, Рафаэль Сафиндың, Ҡолдәүләттең, Рәйес Түләктең, Салауат Әбүзәрҙең, Зөлфиә Ханнанованың, Лариса Абдуллинаның һ.б. күп кенә шиғырҙарын уҡыған саҡта ла тап уларҙың тауыштарын ишетеүем иҫкә төштө. Тамара Ғәниеваның аң һәм эмоциялар сөңгөлөнә төшөргә мәжбүр иткән шиғырҙарын уҡығанда ла уның тауышын башҡаныҡы менән бутау мөмкин түгел. Бындай миҫалдарҙы күп килтерергә мөмкин булыр ине.
Ҡыҙыҡ ҡына бер фекер ҙә тыуып ҡуя башта. Беҙ Салауат Юлаевтың, Аҡмулланың, Бабичтың күкрәк тауыштарын ишетеүҙән мәхрүмбеҙ. Фән һәм техника үҫешкән заманда уларҙың шиғырҙары аша тауыштарын яңғыратыу мөмкин түгелме икән? Бер генә күҙәнәге ҡалған төрҙәрҙе "ҡолонлаталар" бит...
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 353-сө күҙәтеү.