Редакциябыҙға Асатай аҡай килеп инде. Кем ул Асатай аҡай тиһегеҙ инде? Атаҡлы йыраусы һәм яҙыусы Спартак Илъясов ул. Бәләкәй сағында уны Асатай тип йөрөткәндәр, "аҡай" тигәне учалыларса, беҙҙеңсә "ағай" була инде. Тарихыбыҙҙы, көнитмешебеҙҙе, халҡыбыҙҙың тын алышын яҡшы тойған аҡай менән осрашҡан һайын үҙемә фәһемле мәғлүмәт алып ҡалам. Был юлы ул мәғлүмәт аҡайҙың әле яҙып ятҡан яңы хикәйәһенә бәйле.
Бөйөк Ватан һуғышынан Миәкә районының Илсеғол ауылына имен-аман әйләнеп ҡайтыусы "Керчь" ҡушаматлы ат хаҡында ғына рәсми мәғлүмәтте беҙ беләбеҙ. Әммә ундай аттарҙыңтағы ла булыуы хаҡында ла һөйләүселәр бар. Үҙем, мәҫәлән, шундай бер аттың урманға бесәнгә китеп барғанда ҡапыл самолет күренгәс, ергә ятыу ғәҙәте хаҡында ишеткәйнем. Асатай аҡайҙың да яңы хикәйәһе шундай бер ат хаҡында. Мине иң ныҡ тулҡынландырғаны шул булды: яуҙан әйләнеп ҡайтҡан ул атты ауылдағы башҡа аттар ҙа ихтирам иткән һәм уның янына ла килә һалып бармаған. Хәйер, Хоҙай ҡушһа, аҡай хикәйәне яҙып бөткәс, "Ағиҙел"дең быйылғы 11-се, махсус хикәйәләрҙән торған һанында уҡып ҡыуанырбыҙ.