Бөтә яңылыҡтар

Автомобиль — яҡшы тәрбиәсе

#Ағиҙелжурналы #ӘХМӘРҒҮМӘРҮТӘБАЙ#Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 351-се күҙәтеү.

Автомәктәптә уҡығанда инструкторыбыҙ: "Һеҙ руль артына ултырыр алдынан бер хәҡиҡәтте һәр ваҡыт иҫегеҙҙә тотоғоҙ: һәр ваҡыт бер аяғығыҙ менән ҡәберҙә, икенсе аяғығыҙ менән төрмәлә баҫып тораһығыҙ..." Бик ҡаты, әммә хаҡ иҫкәртеү. Шуға күрә был күҙәтеүҙә һүҙем кешене тәрбиәләүҙә автомобилдең роле хаҡында.
Беренсенән, статистика буйынса юлдарҙа авариялар һөҙөмтәһендә йылына тиҫтә меңдәрсә кеше һәләк була икән, унда ысын мәғәнәһендәге "һуғыш" бара. Унда ҡатнашыусы водитель башҡаларҙың, туғандарының һәм үҙенең ғүмерен ҡәҙерләргә, һаҡларға өйрәнә.
Икенсенән, күп кенә автоһөйөүселәр руль артында айныҡ йөрөү шартын үтәп эсеүенән ҡотола. Миҫалдар күп. Законды боҙоусылар ҙа юҡ түгел.
Өсөнсөнән, транспорт хәрәкәте барған юлда автомобилдәрҙең үтә күп, тиҙлектең юғары булыуы водителде йәмғиәт тәртибенә өйрәтә: руль артында булыусы мин-минлек, ярһыулыҡ, эгоизм тойғоларынан арынып, кеше араһында үҙен тоторға өйрәнә.
Дүртенсенән, барырға теләгән урыныңа тиҙ арала барып етеү мөмкинлеге ваҡыттың, шул иҫәптән ғүмерҙең ҡәҙерен белергә өйрәтәлер тип уйланыла һ.б.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 351-се күҙәтеү.
Читайте нас: