Шәмбе көн яҡташым Айнур Ғәҙелшин ҡунаҡҡа килде. Яңғыҙым ғына өйҙә булғас, уға иң еңел әҙерләй торған ризыҡты бешерҙем. "Һиңә бәрәңге ашатам",— тигәс, аптырап китте Айнур. Беҙ бит баймаҡтар картуф тибеҙ был ризыҡты. Шулай ҙа тарихын һөйләп биргәс, минең менән ризалашты. Маҡтай-маҡтай ашаны. Форсаттан файҙаланып һеҙгә лә нисек итеп картуфтан бәрәңге бешереү ысулын өйрәтәм.
Картуфты йыуаһың да, әрсемәй генә уртаға ярып, манты бешергес һауытҡа теҙеп һалаһың. Тик берүк һауыттың йөҙлөгөн көнбағыш майы менән майларға онотмағыҙ. Ярты сәғәт тә үтмәҫ, бәрәңге әҙер булыр. Хәҙер инде ризыҡ атамаһына аңлатма: "Бәрәңге" һүҙе урыҫ телендәге "паренка"нан алынған. Европанан килгән был ризыҡты урныҫтар иң тәүҙә парҙа бешергән. Атамаһы ла шунан.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 349-сы күҙәтеү.