Бөтә яңылыҡтар

Айҙар алпамыша

#Ағиҙелжурналы #ӘХМӘРҒҮМӘРҮТӘБАЙ#Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 348-се күҙәтеү.

1995 йыл. Яҙыусылар союзы. Бер мәл мин ултырған бүлмәгә алпамышалай кәүҙәле, өфәндәй һын-һыпатлы башҡорт егете килеп инде. Инеүе булды, кабинетымдың яртыһы тулды ла ҡуйҙы. Һаулыҡ һорашты ла, алдыма гәзит форматындағы китапты һалды. Уның тышына "Айдар Хусаинов "Башкирский девственник" Роман" тип яҙылған.
Үҙ ғүмеремдә иң ҡыҫҡа романды 7 минутта уҡып сыҡтым. Шағир, тәржемәсе, "Истоки" гәзитенең баш мөхәррире Айҙар Хөсәйенов менән ана шулай танышып киттек. Ул миңә тәҡдим иткән романын Мәскәүҙә сығарған һәм шул китабы менән уны Рәсәй, Мәскәү Яҙыусылар союздарына алғандар. Уставҡа ярашлы Рәсәйҙә алынғас, беҙ уны үҙебеҙҙә лә кооптировать итеп алдыҡ. Ә романға килгәндә, унда һүҙ авторҙың нисек итеп бер ҡыҙ менән Иҫәнғолдан Өфөгә автобуста килеүе хаҡында.
Теге саҡта кабинеттың яртыһын тултырған Айҙарҙы Өфө урамында күреп ҡалһам, ул шундуҡ Өфөнөң дә яртыһын тултырып йөрөгән "атлы башҡорт полкы"н хәтерләтә. Кисә лә осраштыҡ уның менән, тик был юлы автобус эсендә. Фотоға ла төштөк.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 348-се күҙәтеү.
Читайте нас: