Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы айҡанлы үҙәк телеканалдар аша бихисап нәфис фильмдар, сериалдар күрһәтелде. Бик хуп. Нәфис фильмдарҙың да төрлөләре бар. Миңә бигерәк тә совет осоронда төшөрөлгәндәре ныҡ оҡшай: улар ихласлығы, патриотик рухы менән күңелде яулай. Шулай ҙа фильмдарҙың күңелгә бигүк ятып бөтмәгән уртаҡ бер һыҙатын әйтеп үтмәйенсә лә ярамайҙыр. Улай ғына түгел, Бөйөк Еңеү өсөн ҡорбан булғандарҙың рухы алдында хилафлыҡ булыр өндәшмәй ҡалыу...
Бөтә фильмдарҙа ла тиерлек һалдаттарҙың күмәк массаһы араһында йә бер ҡаҙаҡ, йә бер ҡырғыҙ, йә бер якут, йә бер грузин, йә бер тунгус ҡына һуғыша. Советтар иленең йөҙәрләгән милләттәренең меңәрләгән-меңәрләгән ҡаһармандары ҡатнашҡан һәм ҡорбан булған был һуғышта. Бөйөк Еңеү өсөн бер кемдең дә ҡаһарманлығын, батырлығын инҡар итмәйем. Еңеүебеҙ — уртаҡ! Шулай ҙа ваҡыт-ваҡыт ошондай ғәҙел булмаған мөнәсәбәт күңелде ҡыра.
яҙмаларынан 347-се күҙәтеү.