Яйлап-яйлап ҡала урамында битлекһеҙ йөрөй башлағас, күңелдә оялыу хисе барлыҡҡа килә. Кемгә нисектер, әммә үҙемде нисек кенә ышаныслы тоторға тырышһам да, уңайһыҙланыуымдан ҡотола алмайым. Нилектән был хәл?
Битлек кейеп йөрөгәндә күптәр һине таный алмай бит инде. Тимәк кешеләр һине танымаған саҡта нисек ҡыланһаң да була, тигәнде аңлатамы был хәл? Әллә оялыуым һәм уңайһыҙланыуым ауылда тыуып үҫкән кешенең комплексымы? Башҡалар нисек уйлайҙыр?
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 346-сы күҙәтеү.