Бынан алдағы күҙәтеүҙә тирәктәрҙең "бала осороуы" хаҡында яҙҙым да, дегәнәктәр күҙ алдыма килде. Әгәр ҙә улар бала сағымдан алып ураған һайын салбар балағыма, өҫ кейемемә, сәсемә йәбешеп ыҙалатмаған булһа, бәлки иғтибар ҙа итмәгән булыр инем. Шулай ҙа ни өсөн дегәнәктәр йәбешкәк һуң?
Тәбиғәт ғәли йәнәптәре дегәнәктәрҙе, тирәктәр кеүек үк, үрсеү, йәшәү биләмәһен киңәйтеү маҡсатында йәбешкәк итеп яралтҡан. Ҡыҫҡаһы, улар орлоҡтарын шул рәүешле кешеләрҙең кейеменә, мал ҡойроғона, ат ялына йәбештереп ебәреп тарата.
Хоҙайҙың ихтыярынан тыш япраҡ та һелкенмәй. Әгәр ҙә ошо урында дегәнәк япрағының, тамырының кеше һаулығын нығытыуын, бигерәк тә шәкәр диабеты, гастрит, подагра, ямаш шеш, сәс ҡойолоу сирҙәренә ҡаршы ҡулланылыуын иҫкә төшөрһәк, бында оло фәтеүә бар: был сирҙәрҙе кешенең тәненә дегәнәк кеүек йәбештермәҫ өсөн дегәнәк кешеләрҙәң кейеменә, малдарға йәбешә.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 345-се күҙәтеү.