Тирәктәр бала осорған миҙгел дә килеп етте. Балыҡсылар был көндәрҙә оҙон итеп көрһөнөп, уфтанып ҡуйыусан. Сөнки балыҡ эләкмәй. Йылға халыҡтары булған балыҡтар һыу өҫтөнә төшкән мамыҡтарға йәбешкән орлоҡтарҙы ашап кинәнә, ҡармаҡтарға эленгән селәүсендәргә әйләнеп тә ҡарамай. Мамыҡ әҫпеһе менән яфаланыусылар ҙа был көндәрҙә тышҡа сығырға тырышмай.
Мине икенсе бер һорау борсой: ни өсөн тирәктәр балаларын ҡоштар кеүек осора һуң? Тағы ла халҡыбыҙҙың боронғо йолаһы буйынса ата-әсәләр өйләнгән балаларын ауылдан ситкә, айырым ауылға нигеҙ һалып күсереп ултыртыр булған. Был йоланың тирәктең бала осороуы менән уртаҡлығы бармы?
Барыһы ла тирәктең үҙ тоҡомо өсөн хәстәрлегенән киләлер. Әгәр ҙә орлоҡтары ағас олоно эргәһендәге ергә генә төшһә, уларҙы яҡын киләсәктә ниндәй яҙмыш көтөрө лә билдәле. Меңәр-меңәр орлоҡтары бер-береһенә, шулай уҡ тирәктең үҙенә үҫергә мөмкинлек бирмәй, йә ҡояш нуры күрмәй, йә дым етмәй, йә тамырына йәбешер тупраҡ етмәй үрһәләнеп, яфаланыр ине. Шуға күрә лә тирәктәр балаларын мамыҡ самолеттарға ултыртып "башҡа сығара".
Ә инде халҡыбыҙҙың балаларға ауылды ситтә һалыу йолаһына килгәндә, был да киләсәк өсөн хәстәрлектән килә: яңы биләмә, ер-һыу, сабынлыҡ, көтөүлөк хаҡына. Волганан алып Тубылғаса, Иртыштан Яйыҡҡаса йәйрәп ятҡан халҡыбыҙҙың йәшәгән боронғо биләмәһен дә хәтерләтте тирәктәрҙең бала осороуы.
#Ағиҙелжурналы #ӘХМӘРҒҮМӘРҮТӘБАЙ #Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 344-се күҙәтеү.