Урамда, йәмәғәтселек урындарында инәһенән алып, инәһенә һалып һүгенеп әрләшкән кешеләрҙе күргәнегеҙ бармы? Бындай саҡтарҙа эт ашағыһыҙ, бүре ерәнерлек һүҙҙәр ысҡына. Бер үк ваҡытта шул уҡ кешеләр үҙҙәренең яҡындарына, балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә наҙлап өндәшкәндә телдәренән бал тама. Кешеләрҙең ошо хәләтен нисек аңлатырға була һуң? Ауыр һүҙҙәрҙең сығанағы ҡайҙа: был тәрбиәһеҙлек күренеше генәме? Михаил Задорнов бына нимә тигән?
"Әгәр ҙә һине кемдер ауыр һүҙ әйтеп ҡыйырһытһа, уға яуап ҡайтарма. Сөнки һиңә ҡарап эт өрһә, уның кеүек дүрт аяғыңа баҫып өрөү менән яуап бирмәйһең бит. Шуны ла иҫеңдә тот: интеллект ни тиклем түбән булһа, күңел ҡыйыусының да тауышы юғарыраҡ була..."
Беҙҙең халыҡ иһә: "Эт менән эт булма", — ти.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 343-сө күҙәтеү.