Бөтә яңылыҡтар

Геродот — башҡорттарҙың хушбуйы

#Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҒүмәрҮтәбай #Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 342-се күҙәтеү.

“Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек” яҙмаларымдың В һәм Г хәрефтәренә лә сират етте:

В
Вагонетка — вагон булмағанда ошоноһо ла бара.
Вазифа — ошо исемде йөрөрөү вазифаһын башҡарыусы.
Вайымһыҙ — вайымы юҡ кеше.
Ваҡыт — ваҡ-ваҡ өлөштәргә, минуттарға, секундтарға бүленгән миҙгел.
Варвара — ир холоҡло Варвара.
Ватыҡ — емерелгән ваҡыт.
Ваучер — вау, күпме червонецтар!
Веранда — урбанизацияланған солан.
Ветеран — яраларын елдә уңалтыусы.
Вирус — бер ус.
Витамин — бел тәмен.
Вәғәз — вәғәҙә биреп тә, үҙ һүҙендә тора алмаусының хәйләһе.
Водитель — тәндәрҙе йөрөтөүсе.

Г
Гардероб — залға үт, кейемде шунда "ҡалдырып".
Геродот — башҡорттарҙың хушбуйы.
Гимназия — Азияға гимн йырлаусы.
Гиңгерләк — таҡмаҡ әйтеп бейетеү, гиңгерләккә, ауыҙ гармунына бейеү.
Гипербола — сиктән сыҡҡан бола, инҡилап.
Грамота — бер нисә грамм ҡағыҙ отоусы.
Графа — графтың ҡатыны.
График — бәләкәй граф.
Гуляш — "йөрөмтәл" аш.
Гуманизм — гөманлылар идеологияһы.
Гусар — ҡаҙҙар армияһы.
Гүр — үлгәс, күр.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 342-се күҙәтеү.
Читайте нас: