Яҡын туғандарҙың, милләттәштәремдең бер-береһенә ҡарата түҙеп торғоһоҙ ҡырҡыу мөнәсәбәтенә шаһит булғанда ошо хәлдең сәбәптәре хаҡында йыш уйланғаным булды. "Башҡалар ҡурҡһын өсөн үҙеңдекенә һуҡ" тигән һүҙҙәр күп осраҡта аҡланмағас, был сәйер һәм күңелһеҙ күренештең нигеҙен башҡа сығанаҡтарҙан да эҙләнем һәм таптым.
Дөрөҫөрәге, Фридрих Ницшеның ошо һүҙҙәрендә: "Тыныс тормошта яугир кеше үҙ-үҙенә ташлана". Башҡорт халыҡ мәҡәле иһә былай ти: "Ағай-эне талашыр, атҡа менһә, ярашыр".
#Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҒүмәрҮтәбай #Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 341-се күҙәтеү.