Төркиәгә барған саҡта сетерекле хәлгә ҡалдым: мине был илгә саҡырыусы ойошманың баш бухгалтеры командировка ҡағыҙыма мөһөрөн ҡуйыуҙан баш тартты. "Һеҙ мөһөрҙө беҙҙеке өлгөһөндә үҙегеҙ яһап, беҙҙең ойошманың аҡсаһын аласаҡһығыҙ, башҡа ойошмаларға аҡса һорап хат яҙасаҡһығыҙ" , тип аңлата ул. Бер яҡтан ҡарағанда уның шик белдереүендә лә нигеҙ бар һымаҡ. Ҡат-ҡат аңлатып ҡараным да, ыҡҡа килмәгәс, саҡырыусы ойошманың етәксеһенә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым. Үҙенең хужаһын да тыңламаны баш бухгалтер. Ахыр сиктә етәксе кеше үҙенең хеҙмәткәренә шулай тине:
--Әгәр ҙә беҙ ҡунағыбыҙҙың ҡағыҙына үҙебеҙҙең мөһөрҙө ҡуймаһаҡ, ҡайтҡас, уның беҙҙә булыуы хаҡындағы ҡоро һүҙҙәренә генә ышанмаясаҡтар һәм уны төрмәгә ябасаҡтар. Шуға күрә лә уны ебәреүсе илдең етәкселәре ышанһын өсөн дә кәрәк беҙҙең мөһөр. Өҫтәүенә, ул бит Рәсәйҙән...
Ошо һүҙҙәрҙән һуң һәм етәксенең барыһын да үҙ өҫтөнә алыуы шарты менән генә командировка ҡағыҙыма мөһөр баҫылды. Хәҙерге ваҡытта беҙҙең илдә лә командировка ҡағыҙҙарын йөрөтөү юҡҡа сығарылды шикелле. Тик беҙ һаман да йөрөтәбеҙ уларҙы. Ғәҙәтебеҙгә ингән, күрәһең. Икенсенән, ҡағыҙ ни тиһәң дә документ бит, уның ышандырыу көсө юғары. Етмәһә, мөһөрө лә бар.
"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 340-сы күҙәтеү.