Бөтә яңылыҡтар

Ҡара башмы, аҡ башмы?

#Меңдәберкүҙәтеүемяҙмаларынан 339-сы күҙәтеү#Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҮтәбай

1985 йылдың 1 июне эскелеккә ҡаршы көрәш иғлан ителеүе менән тарихҡа инеп ҡалды. Бигерәк тә спиртлы эсемлектәр һатыла торған магазиндар янындағы сираттар иҫкә төшһә, тәндәр зымбырлай башлай. Шул сираттарҙағы бер күренеш ғибрәт булып күңелгә уйылып ҡалды. Беҙҙең аранан бер егет йөҙәр-йөҙәр кешеләр тығылышҡан сиратҡа ниндәйҙер хикмәт менән еңел генә инеп китеп, алып сыға торғайны.Ҡышҡы сасҡау һыуыҡ көн. Сират торған урын каток кеүек боҙлауыҡ. Егетебеҙ күҙҙәрен йомоп беҙ биргән аҡсаларҙы усына йомоп, инеп тә китте, 5 минут та үтмәне, кире сығып килгәне күренде. Ике ҡулында трофейҙары. Үҙен сиратта тороусылар тегеләй-былай төрткөләйҙәр. Инде сығып еттем генә тигәнендә аяғы тайып китеп ҡолай башланы.
Бына-бына йөҙтүбән ҡапланасаҡ, ҡулдарындағы шешәләре лә селперәмә киләсәк. Секундтың меңдән бер өлөшөндә егетебеҙ ниндәйҙер бер ҡөҙрәт менән йөҙтүбән ауып барған еренән боҙлауыҡҡа салҡан барып төштө, ҡотҡарылған трофейҙарын өҫкә күтәреп ята. Ярылған башынан сорлап ҡан аға, үҙе йылмая. Һуңынан:"Ҡара башҡа ҡарағанда аҡ баш ҡиммәтерәк",— тигән булды."Ҡара баш" тигәндә ул ҡап-ҡара сәстәрен күҙ уңында тотто, әлбиттә.
Яңыраҡ шул ғибрәтте тағы ла иҫкә алдым әле. Быға ҡыҙыма алйырҙан (хомяк) һатып алыуым сәбәпсе булды (Артабан — сайтта)
Джунгар тоҡомло алйырҙан 250, ә уның өсөн автоэсергес (автопоилка) 285 һум тора. Бик ҡыҙыҡлы нисбәт. "Ҡара башҡа ҡарағанда аҡ баш ҡиммәтерәк" тигән егетебеҙ шул аҡ баш йоғонтоһонда йәшләй генә донья ҡуйҙы. Нисбәттәр төрлөсә шул был доньяла. Алйырҙандар был нисбәт хаҡында белһәләр, аңлаһалар, нимә эшләрҙәр ине икән?
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 339-сы күҙәтеү.
Читайте нас: