Бөтә яңылыҡтар

БЫҘАУ — БЫУАҘ ҺЫЙЫРҘЫҢ БАЛАҺЫ

#Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҮтәбай #Меңдәберкүҙәтеүем

333-сө күҙәтеүемдә “Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек” тигән яҙмаларымды башлап, ҡыҙыҡлы вә ҡыҙыҡһыҙ аңлатмаһы менән А хәрефенә башланған һүҙҙәрҙе килтереп үткәйнем. Б хәрефенә лә сират етте:

Б
Бакалавр — лавр япрағына оҡшаған баҡа.
Балл — балл етмәгәндә өҫтәмә мәрәй өсөн башҡорт балы.
Балалайка — Буранбай Исҡужин лайканың көсөгө, ти.
Балдыҙ — Учалыларҙың ҡәйнеше.
Балерина — инә балер.
Балкон — ҡала фатирының аласығы, усаҡлығы.
Банда — Хоҙай ҡоло — бәндә, Иблистеке — банда.
Банк — аҡсаны банкала һаҡлай торған урын.
Бар — унда бармайынса эсеп булмай, сөнки барҙа ҡойоп ҡына бирәләр.
Барак — Обама түгел.
Баррикада — ил эсендәге сик һыҙығы.
Баҫма — баҫырға ярамаған урын.
Бата — ике яҙмышты бер-береһенә батыра торған доға. Шуға ла киленгә "барған ереңә таш булып бат" тиҙәр.
Башня — тора-тора мендем башына, Ирәндек тауы.
Баян — моң бәйән итеүсе.
Бишфтекс — ни тиклем аңлайышһыҙ булһа, шул тиклем тәмлерәк.
(Артабан — сайтта)
Бот — бер бот иттең ауырлығы.
Ботинка — ботҡа кейә торған аяҡ кейеме.
Бөжәк — бө + жук.
Брак — буйҙаҡлыҡты бракҡа сығарыу йолаһы.
Буйҙаҡ — өйләнеү тураһында ғүмер БУЙы оҘАҠ уйланып йөрөүсе.
Бушлат — элек әрмелә бушлай бирә торғайнылар.
Бүрек — бүре тиреһенән тегелгән кәпәс.
Бығау — үҙ-үҙенә бығау һалған быҙау.
Быҙау — быуаҙ һыйырҙың балаһы.
Бынамын — бына мин!
Бысаҡ — икмәкте бысып телә торған ҡорал.
Быуа — Учалылар бабайҙы "быуай" ти, тимәк йәштәрҙең юлын быуыусы кеше.
Быуат — быу+ат, тимәк пар ат.
Быяла — үтәнән-үтә күренә торған кәртә.
Бәғерем — бағыр балығынан алынғандыр, сөнки ул "Ҡыҙыл китап" ҡа индерелгән.
Бәке — ҡәйнештәр билдәләгән апай хаҡы.
Бәлә — дөрөҫ тәрбиә бирелмәгән тәртипһеҙ бала.
Бәләкәй — бәләкәй бәлә.
Бәрән — баран түгел, ә кәзә йә һарыҡ бәрәсе.

"Мең дә бер күҙәтеүем"
яҙмаларынан 338-се күҙәтеү.
Читайте нас: