Ағиҙел
-5 °С
Ясна
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
12 Май 2020, 19:01
Ике ҡышҡа етерлек утын...
#Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҮтәбай
Ике ҡышҡа етерлек утын...
Май айы ялдарында ҡайнымдарҙың ихата, баҡса, кәртә арты фронтында хеҙмәт иттек. Мин ҡайнымдың таҡта ярыу цехынан сыҡҡан төҙөлөшкә яраҡһыҙ гәрбилдәрҙе, таҡта-трансаларҙы, бүрәнәләрҙе бензобысҡы менән тураҡлап, күп йылдар ярыусыһын көтөп ятҡан ҡара түмәрҙәрҙе балта аша үткәреп, утын өйөп ҡуйҙым. Ҡәйнәм иҫәпләүенсә, ике ҡышҡа етерлек утын әҙерләнем. Башҡа ир-ат һарайҙың тиҙәген сығарһа, ҡыҙ-ҡырҡын баҡсалағы, ихаталағы былтырҙан ҡалған япраҡ-сыбыҡты тырмап, һепереп, түтәлдәр ҡаҙып, төрлө үҫентеләр, сәскәләр сәскәйне — йорт янындағы донъябыҙ май ҡояшы кеүек йылмайып ебәрҙе.
Ҡайным менән икәү ураҙа тоттоҡ, әммә апаруҡ мәшәҡәтле тойолған эшебеҙ арытманы ла. Минең өсөн йорт янындағы эштәрҙең һөҙөмтәһе шул булды: ураҙалағы үҙемде шул донъя менән сағыштырҙым да, йылмайып ҡуйҙым...
Магнитогорскиҙағы металлургия комбинаты һуңғы 20 йылда Урал аръяғында йыйылған тимер-томор иҫәбенә эшләне тиҙәр. Шулайҙыр. Уның ҡарауы, ауылдар тирәһендәге баҫыу ситтәре, урман эстәре эшелон-эшелон тимер һынығынан таҙарып ҡалды. Ураҙала саҡта ла үҙеңдәге ана шундай тимер-томор, тоҙ һәм башҡалар иҫәбенә организмдың эшкә егелеүен тояһың икән. Бер һүҙ менән әйткәндә — таҙараһың. Асығыу юлы менән һауығыусылар был системаны "эске туҡланыу механизмын тоҡандырыу" тип атай икән. Тимәк миндәге ундай запас, ҡәйнәм әйтмешләй, "ике ҡышҡа етерлек утын"ды тәшкил иткән икән. Әллә ике ҡыш үткәнсе ураҙа тотоп ҡарарғамы?
#Меңдәберкүҙәтеүем
яҙмаларынан 337-се күҙәтеү
#Ағиҙелжурналы
#ӘхмәрҮтәбай
Читайте нас:
Новости партнёров
Ҡатыны яман шештән үлгәс...
Джефф Монсон Ислам динен кабул иткән!
О чём мечтает капитан