Бөтә яңылыҡтар

ҮТӘ ҘУР МӘСЬӘЛӘ

#Ағиҙелжурналы #ӘхмәрҮтәбай

"Яҙ көнө балыҡтар ыуылдырыҡ сәсеү сәбәпле уларҙы тотоу ҡәтғи тыйыла. Ә кемдәр балыҡ ашамайынса йәшәй алмай, уларға ата һәм ҡыһыр ҡалған балыҡтарҙы һайлап тотоу рөхсәт ителә" тип яҙғайны Буранбай Исҡужин. Уға ни рәхәт, яҙҙы ла, төп йортона ҡайтып китте. Тик бына ата һәм ҡыһыр балыҡтарҙы башҡаларынан нисек айырырға икәнлеген аңлатманы. Мин ике ысул менән уларҙы айырып маташып ҡараным:
1.Ҡармағымды сөсө селәү менән емләнем, йәнәһе, ауырлы балыҡтар әсеһерәй. Тик ниәтем килеп сыҡманы, сөнки ата балыҡтар әсе селәү давайлай башламаһындармы. Ир-атҡа әсегән нәмә кәрәк бит инде.
2. Ауырлы балыҡтар ыуылдырыҡ сәсер өсөн үрләй. Тимәк мин ата һәм ҡыһыр балыҡтарҙы түбәнге йылға ағымында тоторға тейеш. Тик ҡайһы ерҙә икән түбәнге ағым, Каспийҙамы? Ҡармағымды күтәреп һуҡтым да, түбән яҡтағы магазиндан балыҡ һатып алып ҡотолдом. Ә Буранбай ағай ҡуйған мәсьәләгә килгәндә, уның үҙенең һүҙҙәре менән хәл итеп булалыр, сөнки:"Мәсьәлә башҡа һыймай, ул йә үтә ҙур, йә баш бәләкәй".
#Меңдәберкүҙәтеүем яҙмаларынан 336-сы күҙәтеү
Читайте нас: