Ысынлап та, беҙ уҡыу-уҡытыуҙың был формаһы менән яңы ғына осрашабыҙмы? "Һәр бер яңы әйбер, күренеш яҡшы онотолған иҫке" тиҙәр. Ислам дине килгәс, мәҙрәсәләрҙә дин һабағы менән бергә доньяуи һабаҡ та бирелгән. Йәҙитсә тигәндәр уны. Ә бына Ислам диненә тиклем халҡыбыҙ бөтөнләй наҙан булғанмы ни? Ғөмүмән, уҡый-яҙа белеү генә грамоталы булыуҙы аңлатамы ни? Юҡ, әлбиттә, һуңғылары грамоталылыҡтың иң примитив, әйтергә кәрәк, тышҡы формалары. Сөнки дистанциялы уҡыу Исламға тиклем үк булған.
Танылмай донья ҡуйған мәшһүр ғалим, сәсән-шағир Рәшит Әхтәри иң боронғо башҡорт мәктәптәрен Баш Будун Уҡымағы тип һөйләй торғайны. Ҡайҙалыр был хаҡта яҙып та сыҡты шигетте. Был мәктәп, асылда, ауыҙ-тел ижады, ҡош теле, тамға ысулдарына таянып эш иткән. Уҡытыусылары Ҡаңбаба (ҡанбаба түгел) тип аталған. Улар, хәҙергесә мәктәптә түгел, баланың яҡын туғандары аша (өләсәй, ҡартәсәй, йыйып әйткәндә — ҡаңбикә) йоғонто яһау ысулын ҡулланған. Был ысул Ислам динендә лә дауам иткән, әйтәйек, Зәйнулла ишан Рәсүлевтың Зәки Вәлидигә йоғонтоһо.
Һуңынан барлыҡҡа килгән сәсәндәр, көйсөләр, өләсәйҙәр мәктәптәре, Рәшит ағай әйткән, Баш Будун Уҡымағының ярсыҡтары ғына икәнлеге аңлашыла. Был мәктәп хәтерҙе, кинәйәле фекерләүҙе, зиһенде үҫтереүгә йүнәлдерелгәне көн кеүек асыҡ. Һуңынан уҡыу һәм яҙыу барлыҡҡа килгәс, хәтерҙең, кинәйәнең, зиһендең кәрәге лә ҡалмағандыр бәлки. Мин фараздарымды ғына яҙам, дуҫтар. Боронғо кешенең хәтерле, бай күңелле, зиһенле булыуын башҡаса аңлатып булмай. Беҙ ундай сифаттарыбыҙҙы күптән юғалтҡанбыҙ. Шундай мәшһүр үткәнебеҙҙең булғанлығы хаҡында иҫкиткес эпостарыбыҙ, ауыҙ-тел, фольклор өлгөләре, йырҙарыбыҙ, бейеүҙәребеҙ һөйләй. Икенсенән, йәһүдтәрҙең балаларын балалар баҡсаларына, мәктәптәргә йөрөтмәйсә, өйҙә генә тәрбиәләргә тырышыуы ла юҡтан ғына килмәй. Балалар баҡсаһы, мәктәп балаға белем бирә, шул уҡ ваҡытта балаларҙы бер тигеҙ итеп яһай, үҙенсәлекте юҡ итә.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 335-се күҙәтеү.