Үҙизоляция быға тиклем ниәтләнеп тә, ваҡыт йә форсат табылмаған күп кенә ғәмәлдәремде атҡарырға ярҙам итте. Айырым һүҙҙәрҙең яңғырашынан, төҙөлөшөнән, йә башҡа сифатынан ниндәйҙер мәғәнә йә мәрәкә эҙләү ғәҙәтемә ингән. Тик уларҙы ниндәйҙер бер системаға һалырға бығаса ҡул теймәне. Ваҡытында сатирик шағир, мәрхүм дуҫым Буранбай Исҡужин хатта ошо йүнәлештә махсус “Беҙҙеңсә-һеҙҙеңсә һүҙлек” тигән әкәмәт тә төҙөгәйне. Ә мин иһә бындай яҙмаларымды “Уйынлы-ысынлы, килделе-киттеле һүҙлек” тип атаным. Исеменән күренеүенсә, был һүҙҙәргә аңлатмаларҙан логик нигеҙләү эҙләргә кәрәкмәй. Шулай уҡ ҡыҙыҡлы тойолған ҡайһы бер диалект һүҙҙәрен дә килтереп үтәм. Рәхәтләнеп көлһәгеҙ йә һис юғы йылмайып ҡуйһағыҙ, шат булыр инем. Бисмиллаға “А” хәрефенән башлайым.
Абрикос – һутын һығып алһаң, абрисок була.
Авиапочта – класта артҡы партала ултырған ҡыҙҙарға осоролған самолет-хат.
Автобиография – үҙең яҙған яҙмыш.
Ағыу – аҡ төҫтәгеһе – ағыу (аҡ ыу), һарыуы – һарыу, ҡараһы – ҡарыу микән?
Аҙ – ике генә хәрефтән торғас, аҙҙыр, күрәһең.
Аҙғын – аҙ ғынаға риза булмаусы.
Аҙыҡ-түлек – аҙыҡты түләп алырғамы, әллә аҙаҡ түләпме?
Аҙым – алға барһаң – аҙым, артҡа баҫһаң – мыҙа. Межа, межалау ошонан алындымы икән?
Азбука – “Алфавит”та – 33, “Әлифба” ла – 42 хәреф булғас, “Әҙ букв” була инде.
Айбаныу – ай, Баныу, тип Баныуҙы күреп онотолоу.
Академик – (ҡаҙаҡ һүҙе), әкә (ағай) тимәк. Беҙҙеңсә “ағай тимәк”.
Акация – сейә эргәһендә үҫкән ағас.
Аккомпанемент – бер компанияла йөрөүсе мент.
Акро – (грек һүҙе), һуңғы сик, алыҫ, бейек. Ә ҡысҡырыуҙың һуңғы сиге – аҡырыу (акро).
Акционер – аҡса инер йәмғиәт.
Албырғау – антонимы – артбырғау.
Алгебра – математика алға бара.
Алйот – “ал” һәм “йот”тан яһалған. Тәмен дә тәмләмәйенсә йотҡас, алйоттор, күрәһең.
Алкауник – бер инәй һөйләне: “Күршеләремдең бер улы врач, бер улы мәктәп лиректоры, өсөнсөһө – балкауник, минең малайҙар өсөһө лә – алкауник...”
Алмағас – алмаһын алмағасығыҙ, өҙөлөп төшкәнсе ултыра инде.
Амбразура – үлемһеҙлеккә ишек.
Амплитуда – теге яҡҡа хәрәкәт, был яҡҡағыһы – амплисюда.
Анализ – ана, Лиза китеп бара.
Аңра – тамыры “аң” булғас, ниңә аңра икән?
Аппаратура – ура, аппаратура килде!
Апитерапия – әпәй терапияһы, икмәк ашап дауаланыу.
Арбалет – осоп йөрөүсе арба.
Арифметика – метиктың арифы.
Арыҫлан – Руслан менән Рөстәмдең ҡартатаһы.
Асатай – атаҡлы йыраусы, яҙыусы, хужалыҡ етәксеһе Спартак Илъясов.
Асыл – “асылыу”ҙан алынған. Йомоҡ, ябыҡ кешеләр йомол, ябыл буламы?
Аспирант – ас пираттың анты.
Асфальт – иң ҡыҫҡа ғүмерле юл ҡатламы.
яҙмаларынан 333-сө күҙәтеү