Бөтә яңылыҡтар

Замандың "Кураж мамашалары"

...

Был күренеште нәфсенең шашыуы тип кенә атап булмайҙыр. Тәрәнерәк йәшеренгән ауыр көндәр килгәндә байып ҡалырға ынтылыу күренеше.
Немец драматургы Бертольд Брехттың "Мамаша Кураж һәм уның балалары" тигән пьесаһындағы ваҡиғалар тарихта "Утыҙ йыллыҡ һуғыш" (1618-1648) тип нарыҡланған заманда бара. Унда Кураж (Анна Фирлинг) һуғыш яланында үҙенең ылауы менән һатыу итеп йөрөй. Һуғыш уға табыш килтерә. Йән ҡыйышыуҙар әҙгә генә туҡталып ҡалһа, Кураж, бөлгөнлөккә төшөүенән ҡурҡып ҡайғыра башлай. Кураж А.С. Пушкиндың "Табутсы" повесындағы "мәрхүмдәрҙең һаулығы өсөн эскән" Адриан Прохоровты ла хәтерләтә. Карантин алдынан беҙҙең магазиндарҙа ла тәүҙә имбиргә хаҡ бер нисә тапҡыр күтәрелгәйне. Хәҙер иһә "Кураждар" менән "Адриандар" үҙ эшен белә.

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 330-сы күҙәтеү.
Читайте нас: