Бөтә яңылыҡтар

Сабир ағай менән осрашҡандыр инде

...

Дуҫтарым Райман Ишбаев менән Рәйес Түләк ғүмерҙәренең аҙағында икәү-ара ниндәйҙер идея-ниәт менән йәшәнеләр һымаҡ. Раймандың машинаһына ултырып Өфө буйлап елдереп тә йөрөнөләр, һәр хәлдә, икеһенең дә ҡылын тартып ҡараһам да, ваҡыты еткәс үҙең белерһең, тигән һымағыраҡ ишара менән серҙәрен сисмәнеләр. Шулай итеп, бер-береһенән 4 айға ғына ҡалышып, баҡыйлыҡҡа күстеләр. Был хәл осраҡлы ла булып тойолор ине, әммә Сабир ағай Шәрипов менән Дамир Шәрәфетдиновтың да ысын доньяға уҙышып үтеүҙәре тетрәндерҙе. Ни өсөн тигәндә сәбәптәре булмаған көйө, Харис ағай Сәғитов машинаһы менән баҡсаһынан алып киләм, тип барғанда ла, Дамир Сабир ағайҙы һуңғы юлға оҙатырға килмәне лә ҡуйҙы. Быны вайымһыҙлыҡ тип тә атарға мөмкин булыр ине. Әммә һуңынан Дамирҙан ни өсөн килмәүе хаҡында һорашҡайным, ул тыныс ҡына итеп:"Беҙ бит Сабир ағай менән һөйләштек"— тине лә ҡуйҙы. Тап шул саҡта Райман менән Рәйес иҫкә төштө лә инде. Баҡыйлыҡ хәлдәре, унда күсеү йолалары башҡасараҡ, күрәһең. Бөгөн Дамирҙың баҡый доньяға күсеүенә 40 көн. Тап ошо көндә мәрхүмдең хәтере доньялыҡтан айырыла, ҡырҡыла, баҡый доньяға ялғана тиҙәр. Яҡташы, дуҫы, яҡын ағаһы, Баҡый ауылы уҙаманы Сабир ағайҙың рухы менән бөгөн дуҫыбыҙҙың йәне баҡыйлыҡта осрашҡандыр инде.
Алдан һөйләшеп килешкәнсә..'

"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 329-сы күҙәтеү.
Читайте нас: