Академтеатр эргәһенән үтеп барһам актер Айҙар Шәмситдиновты осраттым. Ул театрға килгәндә Хәким Мортазин шулай тип әйткән, имеш:"Ғәрлек бит, йәмәғәт, ғәрлек, минән дә оҙонораҡ кеше театрға килде..." Әйтегеҙ әле,йәмәғәт, тағы ла ниндәй театр Хөрмәт Үтәшев, Фидан Ғафаров, Хәмит Шәмситдинов (мәрхүм), Хәким Мортазин, Айҙар Шәмситдинов кеүек баһадирҙары менән ғорурлана ала! Улар янында үҙебеҙҙе малай кеүек тойһаҡ та, ғорурлығыбыҙ Ирәмәлдәй юғары! Айҙар минең туғаным да. Уның ҡартәсәһе (атаһының әсәһе) беҙҙең аранан. Ҡартатайҙарыбыҙ шулай оҙон буйлы булған, күрәһең, уға ДНК күберәк эләккәндер. Буранбай сәсән ҡаны ла тибә Айҙар ҡустымда!
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
327-се күҙәтеү.