Халҡыбыҙҙың данлыҡлы улы, ғалим-иҡтисадсы, юғары мәктәп, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, иҡтисад фәндәре докторы, профессор Хәлил Әбүбәкер улы Барлыбаевты һуңғы юлға оҙатыуға арналған матәм митингыһына килеүселәрҙең күҙҙәренә эленгән йәш тамсылары яҙғы ташҡындарға ҡушылды. Әммә яҙғы даръялар ғына юя алырмы йөрәктәргә уйылған юғалтыу хисен?
Былтыр "Ағиҙел" журналының 2-се һанында "Донъяның режиссеры булһам" тигән рубрика аҫтындағы әңгәмәлә ул "Әгәр ҙә донъяның режииссеры булһағыҙ, уны тарихтың ҡайһы еренән башлап нисегерәк итеп ҡорор инегеҙ?" тигән һорауға түбәндәгесә яуап биргәйне:
"...Иң элек ер шарындағы һәр дәүләт етәксеһен йыйып, уларҙы Рим папаһын һайлаған епископтар һымаҡ итеп бер урынға бикләп, бар донъяла бөтә ҡоралды, армияларҙы, ҡорал етештереү йыһаздарын юҡ итеп, уларға сарыфлана торған аҡсаны донъялағы бар илдә эш урындары булдырыуға, социаль-мәҙәни һәм экология мәсьәләләрен юлға һалыуға йүнәлтелгән ҡәтғи үтәлә торған договор төҙөргә мәжбүр итеп, уны төҙөмәйенсә уларҙы бикләнгән урындан сығармаҫ инем. Шулай уҡ именлек һаҡлау өсөн етерлек кимәлдә полиция хеҙмәткәрҙәрен ҡалдырып, ҡалғандарын отставкаға ебәрер инем. Шунан һуң бөтә ғалимдарҙы йыйып, нисек итеп бөгөн донъяла хакимлыҡ иткән аҡсаны бөтөрөп, урынына һәр кешенең йәмғиәткә килтергән файҙаһын һәм уның йәмғиәт фондынан ала торған матди өлөшөн һанай торған икенсе яңы система булдырыу ысулдарын табырға тәҡдим итер инем. Ул ысул табылғас, бөтә донъялағы кәрәкмәгән аҡса эшләү йыһаздарын, банктарҙы, финанс министрлығын һәм органдарын, бухгалтерияларҙы, магазиндарҙы, кассаларҙы, төрлө билеттәр һатыуҙы, квитанциялар таратыуҙы һәм башҡа файҙаһыҙ урындарҙы һәм шөғөлдәрҙе юҡ итер инем. Бындай осраҡта бөгөнгө артыҡ байлыҡта йөҙгән паразит байҙар үҙенән-үҙе юҡҡа сығыр ине. Шул эштәр тормошҡа ашырылһа, Ерҙә ожмах булмаһа ла, һәр бер ете миллиардтан артыҡ кеше үҙе ҡәнәғәт булырлыҡ йөкмәткеле көн күрер ине. Ана шул файҙаһыҙ эштәргә сарыф ителгән аҡса бөгөн дөйөм донъя йәмғиәте мәнфәғәттәрен ҡәнәғәтләндереүгә йүнәлтелһә, хәҙер ер шарында көн һайын тәрән аслыҡ кисергән, эсер һыуһыҙ зарыҡҡан йөҙ миллиондан ашыу һәм дөм-ҡара фәҡирлектә, төрлө ауырыуҙарҙан интегеп, наҙанлыҡта көн күргән бер миллиардҡа яҡын кеше бөгөнгө заман цивилизацияһына ҡушылып йәшәр ине. Тағы ла, күрһәтелгән кәрәкмәгән, файҙаһыҙ һәм зыянлы эштәр һәм расходтар урынына, донъя халҡын, бөтә илдәрҙе берләштереп, бергәләп космосты үҙләштереү, ер шарының әле өйрәнеп һәм эшкәртеп бөтмәгән урындарын табып файҙаланыуға тотоноу, глобаль климат йылыныуына ҡаршы тороу һәм башҡа шундай дөйөм кешелек мәнфәғәттәрен тормошҡа ашырыу зарур..."
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
326-сы күҙәтеү.