Был хәл булғанмылыр-юҡмылыр, беҙҙең яҡта бер ир һуғышҡа алынғас, ҡатынынан шундай хат килгән: "Ҡотлайым, һин тағы атай булдың. Улыбыҙ тыуҙы, уға Альберт тип исем ҡуштыҡ. Гитлерҙы өңөндә дөмөктөрөп, тиҙерәк еңеү менән әйләнеп ҡайтыуыңды көтәбеҙ..." Күпмелер ваҡыт үткәс ҡатыны фронттағы иренән асыулы хат алған:
"...Ҡаҡшатҡанһың икән, беҙ бында бер альберттарҙы бөтөрә алмай йөрөйбөҙ..."
Был ваҡиғаның аҙағы нисек бөткәндер, тарих быны белмәй. Кем белә, бәлки германдарҙың данлыҡлы Альберт исеме беҙгә тап һуғыш арҡаһында килгәндер.
"Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан
324-се күҙәтеү.