Бөтә яңылыҡтар

322-се күҙәтеүем: "Ҡорбанлыҡ психологияһы"

#Ағиҙелжурналы #Меңдәберкүҙәтеүем

"Домашний" телеканалы аша ял көндәрендә "Гүзәл быуат" телесериалы күрһәтелә башланы. Ул тәүге тапҡыр 2011-2014 йылдарҙа эфирға сыҡты. Телесериал барлығы 139 сериянан тора. Донъяның күп миллион тамашасыһының һөйөүен яулаған фильмдың уңыш сере нимәлә һуң? Бында күп кенә дәлилдәр килтерергә мөмкин булыр ине. Әйтергә кәрәк, фильмды төшөрөүселәр сериянан серияға тамашасының иғтибарын көсөргәнештә тотоуға өлгәшкән. Мине, мәҫәлән, телесериал геройҙарының береһенең дә ысын мәғәнәһендә бәхетле була алмауҙары ныҡ аптыратты. Ни өсөн шулай һуң?
Был һорауға яуап бирер өсөн Ғосман империяһы тарихына күҙ һалыу кәрәктер. Уғыҙ нәҫеленең төркмән ҡайилары нигеҙ һала был дәүләткә. Дәүләтте ҡороу ғына түгел, уны һаҡлау ҙа ҡорбандар талап итә. Телесериал "Гүзәл быуат" тип аталһа ла, уның йөкмәткеһе тап шундай ҡорбанлыҡ хаҡында. Ундағы һәр бер персонаж солтанатта тәртип һаҡланһын өсөн үҙенең ниндәйҙер хоҡуғы, ихтыяжы, һуңғы сиратта бәхете менән ҡорбан итә. Ә бит төрөктәр был дәүләтте үҙ ҡәүемен һаҡлау һәм үҫтереү өсөн төҙөй. Был күҙлектән ҡарағанда ҡорбандар аҡланған да һымаҡ. Беҙ ҙә дәүләтебеҙ именлеге хаҡына күп кенә хоҡуҡтарыбыҙҙы, ихтыяждарыбыҙҙы ҡорбан итеп йәшәйбеҙ бит.
Читайте нас: