Башҡорт халыҡ йырҙарының, боронғо ҡомартҡыларыбыҙҙың әһәмиәте, ҡабатланғыһыҙ моң йөкмәткеһе, текстарындағы фәлсәфә, кинәйә, төрлө йырҙарҙың варианттары хаҡында икән уның әңгәмәһе. Хәйбулла районының Әбеш ауылы ир-уҙаманы Камил Илембәтов менән шул рәүешле таныштым. Шул саҡтан алып уның менән өс тиҫтәләп йыл танышбыҙ, дуҫбыҙ. Үтә лә кеселекле, кешелекле шундайын хайран кеше менән дуҫ булмайса мөмкин дә түгелдер. Хоҙай уны юлыма тиккә сығармаған! Ҡурайсы, йыраусы, педагог, ауыл хужалығы белгесе, һоҡланғыс атай, ғаилә башлығы Камил дуҫым. Һуңғы йылдарҙа дингә килде, тыуған ауылында мәсет төҙөүҙә ҡатнашты. Хәҙерге ваҡытта Сорғот ҡалаһы мәсетендә имам-хатиб булып тора. Маҡсаты: ситтә йөрөгән яҡташтарыбыҙға үҙ телебеҙҙә вәғәздәр һөйләү, дин юлына күндереү. Кисә көтмәгәндә-уйламағанда редакциябыҙ ишеген асып килеп инде ул. Мине лә юбилейым айҡанлы ҡотланы, бүләктәр бирҙе. Һәр ваҡыттағыса, һөйләшеп һүҙҙәр, көйләшеп көйҙәр бөтмәне. Ҡайҙа ғына йөрөһәң дә, имен-аман йөрө Камил дуҫым, Хызыр Илъяс юлдаш булһын үҙеңә! Һоҡланғыс көйҙәребеҙҙе йырлашып, хәл белешеп, бер шағир әйтмешләй, һүнеп барған күңелдәргә йән йылылығыбыҙҙы өләшеп, йәшәйек әле фани донъяларҙа!