Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. Мең дә бер күҙәтеүем. 315-се күҙәтеүем: "Шәжәрәһен белгән — оҙаҡ йәшәгән..."

6 февралдә Баймаҡта үткән әҙәби осрашыуҙа Сәлимә һеңлем ошо күҙәтеүҙе яҙырлыҡ ҡыҙыҡлы бер һүҙ әйтеп ҡуйҙы: "Әхмәр ағай ауылға ҡайтҡан һайын беҙҙе яңы табылған бер туғаныбыҙ менән таныштыра..." Шундайыраҡ ғәҙәтем бар шул. Минән дә күберәк Баймаҡ районының Йылым ауылында йәшәүсе Ғәли ағайым Фәхритдинов туғандарыбыҙҙы юллап, шәжәрәләр төҙөй. Рәхмәт уға! Нимә генә тимә, туғанлыҡ менән көслө халҡыбыҙ. Башҡорт ғалимы М.Өмөтбаев юҡҡа ғына шәжәрәңде белеүҙе аҫаба башҡорттоң төп йәшәү шарты тип һанамаған. Мин үҙем, мәҫәлән, тамырҙарымды күберәк белгән һайын комлекстарымдан ҡотола, һауыға барам. Эйе, һаулығым...

...нығына, алдағы көндәремә ҡарата өмөт-ышанысым арта. Шәжәрәңде белеүҙең билдәле дөйөм әһәмиәтенән тыш үҙемсә ошондай ҙа һығымталар яһаным:
— Бығаса билдәле булмаған туғанлыҡ ебеңде табыу һине ошо тупраҡҡа, ошо халыҡҡа бәйләүсе тағы бер тамырҙы табыуға тиң. Тамырҙар күберәк, тәрәнерәк булған һайын ағас та ерҙә нығыраҡ , оҙағыраҡ ултыра. Ныҡлыҡ, оҙайлыҡ — һаулыҡ билгеһе;
— "Беҙ күп һанлыбыҙ, күмәкбеҙ"тигән психологик фактор. Хатта ки кешене закон яҡламаған хәлдә лә туғандары яҡлай. Ундай кеше хатта ки эшһеҙ, йортһоҙ тороп ҡалған саҡта ла, урамда һәм ас ҡалмаясаҡ.Ҡыҫҡаһы, туғандарының күплеген белгән кешелә кәмһенеү комплексы (комплекс неполноценности) булмайҙыр, ундай кеше рухи яҡтан да, физик йәһәттән дә һау булалыр, тием.
Читайте нас: