Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем. 313-сө күҙәтеүем: "Яҡшы кеше насармы?"

"Үҙеңдән башҡаны әүлиә тип бел", тип өйрәтә халыҡ аҡылы. Ҡыҙыҡ. Тимәк, яҡшы кешеләр менән бер рәттән, насарҙары ла әүлиә булып сыға түгелме? Әйтерең бармы? Ошо хаҡта уйланып йөрөй торғас, шундай уйҙарға ла килдем: идеаль кеше булмағанлыҡтан, бөтәһенең дә плюстары һәм минустары була. Әгәр ҙә ҡапма-ҡаршы ошо ике заряд булмаһа, эйе нимә, энергия булмай һәм лампалар янмай. Тимәк, тик яҡшы йә тик насар кешенең эргәһендә ҡараңғы буламы? Тимәк яҡшы кеше лә насармы? Ҡыҙғаныс!..

Ошо хаҡта уйлана торғас, яҙылды ла инде ошо шиғырым:

ПОЛЮСТАРЫМ

Йәшәнем дә, йәшәмәнем кеүек
Йөҙ һыуымды түгеп, көн өсөн.
Ғәфү итерһегеҙ, дуҫҡайҙарым,
Плюстарҙан артһа минусым.

Төрлө саҡтар булды, ҡайһы берҙә
Минустарҙың еңде бизмәне.
Биҙгәк тотор саҡтар булды, әммә
Йәшәүемдән һис тә биҙмәнем.

Уҡытыусыларым теләгәнсә
Көндәлегем тулһа плюстар, –
Энергия булмаҫ, ток та булмаҫ,
Бериш икән әгәр полюстар.

Һеҙ йәшәгән ошо донъяларҙы
Гел яҡтыртыр өсөн киремен.
Энергиям булғас, ток та булғас,
Был донъя бармын, теремен.
Читайте нас: