Ат тояғы тауыштары килә
Бөгөнгөгә, сал тарихтан алып.
Йөрәктәргә күскән шул дөпөлдәү
Башҡорт бейеүе ул ярһыу “Байыҡ”!
Урал батыр дәүеренән ҡояш
Миллиард тапҡыр ҡалҡҡан, миллиард байып.
Уралтау ҙа тигән таш сәхнәлә
Башҡорт азаматы баҫа “Байыҡ”!
Сит-ят көйҙәр инде ымһындырмаҫ,
Йөрәккәйе ҡупҡалйыһа халыҡ...
Егерме бер тупһаһында бөгөн
Һыңҡылдата баҫып бейей “Байыҡ”!
Тик ҡаһарман, батыр халыҡ ҡына
Ошондай ҙа талпыныуға лайыҡ.
Милли асылыңа, булмышыңа
Елтерәтеп ҡайтарыр ул “Байыҡ”!
Кемдер ә йтер, һаман бейейһегеҙ,
Бейеү менән, тиеп, булмай байып...
Ахмаҡ ҡына рухты шулай үлсәр,
Халҡым хазинаһы – мәшһүр “Байыҡ”!
Ағиҙелгә йүгергәндәй Нөгөш,
Һаҡмарына ашҡынғандай Яйыҡ.
Нәзәкәтлек, туй-тантана итә,
Ҡыҙҙарыбыҙ бейеп китһә “Байыҡ”!
Эй, арыҫлан батыр, һары балды
Һалһалар ҙа, йотма, бул һин айыҡ.
Ғәмһеҙлектең нәҫ-саңдарын ҡағып,
Ер һелкетеп, әйҙә, бейе “Байыҡ”!
Ҡурайыбыҙ, моңдарыбыҙ барҙа,
Беҙ боронғо һәм мәңгелек халыҡ.
Халҡым күкрәгендә дөп-дөп типкән
Йөрәк кеүек мәшһүр бейеү “Байыҡ”!