Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем. 302-се күҙәтеүем: "Халҡыбыҙҙы һаҡлап тора йөрәгеңдәге Хоҙай!"

Зөлфиә дуҫымдың 50 йәше тулған саҡта өндәшмәй ҡалһам, яҙыҡ булыр тием. "Дуҫым" тигәс, аптыраусылар ҙа булыр, аптырамағыҙ, беҙ уның менән ана шулай бер-беребеҙҙе дуҫ тип атап йөрөтәбеҙ. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында дуҫлыҡ булмай, тиҙәр, әммә беҙ был ҡағиҙәгә буйһонмайбыҙ. Серен әйтәйемме? Зөлфиә дуҫымдың 50 йәше тулған саҡта өндәшмәй ҡалһам, яҙыҡ булыр тием. "Дуҫым" тигәс, аптыраусылар ҙа булыр, аптырамағыҙ, беҙ уның менән ана шулай бер-беребеҙҙе дуҫ тип атап йөрөтәбеҙ. Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ араһында дуҫлыҡ булмай, тиҙәр, әммә беҙ был ҡағиҙәгә буйһонмайбыҙ. Серен әйтәйемме?

Сере шунда: Зөлфиә шул тиклем һөйкөмлө, шул тиклем ихлас, шул тиклем эскерһеҙ йән эйәһе — уның менән дуҫ булмау мөмкин түгел. Дуҫлығыбыҙ уның булмышынан, асылынан килә!
Яңы йыл байрамдары алдынан уның тыуған яғында уҙған юбилей сараларында ҡатнашыу бәхете тейҙе миңә. Эх, белһәгеҙ ине дыуандарҙың, салауаттарҙың, мәсетлеләрҙең, ҡыйғыларҙың, балаҡатайҙарҙың Зөлфиәне нисек яратыуҙарын, нисек тәбрикләүҙәрен! Ғөмүмән, дуҫымды тыуған төйәгендә генә түгел, барлыҡ төбәктәрҙә лә яраталар, хөрмәт итәләр! Ҡайҙан килә икән уға ошондай мөхәббәтле мөнәсәбәт? Әлеге лә баяғы уның булмышынан, асылынан. Уның Хоҙай Тәғәләгә мөнәсәбәтенән, ҡылған доғаларынан! Зөлфиәнең Үҙенә ҡарата булған һөйөүен Хоҙай башҡаларҙың ихтирамы, рәхмәте итеп ошо рәүешле ҡайтара! Собханаллаһ!
Дуҫыма шиғыр ҙа бағышланым:


ИХЛАСЛЫҠ
Зөлфиә Ханнановаға

Хоҙай, ахыры, һине шулай
Һоҡланһындар өсөн яратҡан.
Яратҡан да, ситтән ҡарап тороп
Һоҡланғандыр үҙе аҙаҡтан.
Рафаэль Сафин

Кейенгәнең – миһырбанлыҡ,
Төрөнгәнең – инсафлыҡ.
Ҡарашыңда – шәреҡ нуры,
Йөрәгеңдә – ихласлыҡ.

Һоҡланырға һиңә ҡурҡам,
Һоғом тейеп ҡуймаһын.
Беләм хозур икәнлеген
Һин йәшәгән донъяның.

Маҡтарға ла һине ҡурҡам,
Тейеп ҡуймаһын һоғом.
Шундай күркәм бер сифатың
Миңә лә ҡалды йоғоп.

Ояла белмәгәндәр өсөн
Һинең кеүек оялам.
Башҡа өсөн ҡыҙарғанда
Һинең кеүек тын алам.

...Шиғриәттең күгендәге
Һин балҡыған йондоҙҙай.
Халҡыбыҙҙы һаҡлап тора
Йөрәгеңдәге Хоҙай!
Читайте нас: