Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем. 301-се күҙәтеүем: "Мунсанан сығыу рәхәтлеге"

Мунса инеп сыҡтым. Яңынан тыуғандаймын. Әгәр ҙә минән:"Ниндәй рәхәтлекте тойор өсөн яңынан доньяға тыуыр инең?"— тип һораһалар, моғайын да, мунсанан сығыу рәхәтлеген әйтер инем. Тағы ла шуныһы: мунсала эҫегә түҙеүе шул тиклем ауыр, ә бына унан сығыуы шул тиклем рәхәт. Беҙҙә был осраҡта "этем рәхәте" тиҙәр, ниңәлер. Тимәк кеше үҙенең бәхетле икәнлеген аңлар өсөн иң тәүҙә ғазапланырға, бәхетһеҙлеккә дусар булырға тейешме һуң?

Ғөмүмән, был осраҡ өсөн мунсанан сығыу рәхәтлеге миҫал була аламы? Кем нисек уйлай, дуҫтарым? Әйҙәгеҙ, был һорауға бергәләп яуап эҙләйек?
Читайте нас: