--Мин һеҙгә нимә тинем? Әгәр ҙә Уның барлығына, минең һүҙемә ышанһағыҙ, яуыр тинем бит...
--Беҙ ышанабыҙ,— тигән килеүселәр.
--Бер ҙә генә ышанғанға оҡшаманһығыҙ, ышанһағыҙ ҡулсатыр (зонтик) тотоп килер инегеҙ,— тигән аҡһаҡал.
Кешеләр өйҙәренә ҡайтып, ямғыр яумаһа ла, ҡулсатырҙарын тотоп йөрөй башлаған икән, ямғыр рәхәтләндереп яуырға тотонған.
...Әле яуған ҡарға ниндәй мөнәсәбәте бар был риүәйәттең, тиер берәү. Бар шул. Республикабыҙға яңы етәксе килгәс, күп һандағы ҡар таҙартыу техникаһы һатып алынды. Тимәк, сәбәп ҡылынды.