Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. Мең дә бер күҙәтеүем 298-се күҙәтеүем: "Хикмәтле ҡулса"

31 декабрҙә сәғәт телдәре Иҫке йылдың һуңғы секундтарын тураҡлап, Яңы 2020 йылдың тәүге секундтарын һанай башлағанда, байрам өҫтәле артында ҡәйнәм көтөлмәгән тәҡдим әйтте:

--Әйҙә, барыбыҙ ҙа ҡулға-ҡул тотоношоп,йыл буйына ысҡындырмайса, берҙәм,татыу йәшәйек...
Шундай матур йола башланғысы бит был.Беренсенән, ҡулға-ҡул тотоношҡас, беребеҙ ҙә рюмкаға үрелә алмай, икенсенән, ҡулға-ҡул тотоношоп,беҙ барлыҡҡа килгән ҡулса эсендә барлыҡҡа килгән йылылыҡ Яңы йылыбыҙ ишараһы, өсөнсөнән, ҡулса эсенә ғәйбәт һүҙҙәре, хөсөт, яуызлыҡ үтеп инә алмаясаҡ, дүртенсенән, барлыҡ ауырлыҡтарҙы беҙ бергәләп еңеп сыға аласаҡбыҙ. Иншаллаһ!
Читайте нас: