Бар йәһәттән дә башҡаларға үрнәк булырлыҡ үрнәктәр.Ошо бәләкәй генә ауыл халҡы бәләкәй генә клубҡа һыйған. Байрамға килеүселәрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтенә, тәртибенә, дәртенә һоҡланып туйманым. 90 йәшлек ҡартынан алып 3 йәшлек сабыйына тиклем һәр ҡайһыһы үҙ урынын белә, ниндәйҙер бер спектаклдә үҙ ролен башҡара һымаҡ тойолдо.Уларҙың йөҙөнән, бер-береһенә яғымлы мөғәмәләһенән ихласлыҡ бөркөлөп тора. Кешеләр араһындағы иң самими мөнәсәбәт тә тап ошондай бәләкәй ауылдарҙа ғына һаҡланып ҡалғандыр инде. Байрам аҙағында лотерея уйыны булды. Уйында отоусылар үҙҙәренә тәғәйен, беҙ ҡалала йәшәүселәр ваҡ-төйәк тип күреп өйрәнгән, бүләктәрҙе лә ҙур мәғәнә менән сығып алыуы ғәжәп итте. Улар шөкөр итә белә. Ысын кешеләр ана шулай булалыр. Тағы ла шуныһы: байрам барғанда бер кешенең ауыҙынан да тормошҡа зарланыу һүҙҙәрен ишетмәнем. Әйткәндәй, Үрнәк – ҡәләмдәшебеҙ, күренекле яҙыусы, хажиә Фәрзәнә Аҡбулатованың тыуған ауылы.