Наил Ғәйетбайҙың "Бабич" романын уҡығанда иҫкә төштө бала саҡтағы ошо хәл-ваҡиға. Беҙ ҙә мәшһүр шағирыбыҙҙы һәр ваҡыт Вәлидиҙең артынан ғына эйәреп, уның һүҙҙәрен генә ҡабатлап, халҡыбыҙға азатлыҡ яулауҙан тыш башҡа бер хаҡында ла уйламаған, тик шул хәстәр менән генә йәшәгән шәхес, шағир итеп күҙаллайбыҙ. Эйе, һүҙ юҡ, Шәйехзада үҙенең ҡыҫҡа ғына ғүмерендә мәңгелеккә яңғырарлыҡ ғәмәлдәр ҡылып,халҡыбыҙ өсөн йәнен фиҙа ҡылған. Әммә, иң беренсе нәүбәттә, ул да бит яратырға һәм яратылырға хаҡы-хоҡуғы булған кеше. Автор мәшһүр шағирыбыҙҙың бығаса беҙ күҙ алдына ла килтерә алмаған яҡтарын күрһәтә алған. Минеңсә, романдың төп әһәмиәте лә тап шуға ҡайтып ҡала. Киләсәктә әҙәбиәт ғилеме тарафынан был әҫәр үҙенең тейешле баһаһын алыр тип ышанам.