Милләтебеҙҙең шундай арҙаҡлы улдары бар, улар менән аралашҡанда үҙеңде яҡлаулы, һаҡлаулы итеп тояһың, ошо халыҡтың вәкиле булыуыңа ғорурланаһың, шатлыҡ атына атланаһың. Шундай шәхестәрҙең береһе – данлыҡлы колхоз рәйесе, атаҡлы педагог һәм хужалыҡ етәксеһе Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы Хәсәнов булды. Тап уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә ваҡытында "перспективаһыҙ" мөһөрө һуғылып, бөтөүгә табан йөҙ борған Сыңғыҙ, Буранбай ауылдары һаҡланып ҡалған. Ошо ауылдарҙан кешеләр эш эҙләп ситкә күсеп китмәһен өсөн Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы ҙур ҡыйынлыҡ менән юллап малсылыҡ фермалары астыра. Был шәхестең эшмәкәрлеге хаҡында тулы килеш Йәүҙәт Мөхәмәтйәровтың "Хөрмәтле Хөрмәт" ("Ағиҙел", №5, 2018) тигән мәҡәләһендә уҡый алаһығыҙ.
Шәхсән үҙемә килгәндә, Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы минең яҙғандарҙы уҡып бара торғайны. Айырата мөнәсәбәте лә булды. Әйтәйек, студент саҡта йәйге каникулға ҡайтһам, хәҙер инде пенсиялағы Хәсәнов минең менән осрашып һөйләшергә тип өйөбөҙгә килә торғайны. Күҙ алдығыҙға килтерегеҙ: бер арба булып ултырған алпамышалай кәүҙәле кеше ихатабыҙға инеп килә. Үҙе шулай тип сәләмләй: "Ғүмәр, мин һиңә түгел, Әхмәргә килә ятам. Мәрйәм килен, самауырыңды ҡуй...". Һуңғы курста уҡып йөрөгәнемдә Өфө урамында осраны бер мәл Хөрмәт Зөлҡәрнәй улы. Осраны ла:
– Һаумы, улым! Шиғырҙар яҙыламы, бер китаплыҡ булдымы? Китапҡа тулһа, бергә йый ҙа, миңә бир. Бикбайға әйттем сығарттырырмын...
Башҡорт әҙәбиәтен бик яҡшы белгән, әҙәбиәт, халҡыбыҙ тарихы, уның рухиәте хаҡында сәғәттәр буйына тап-таҙа башҡорт телендә телмәр тотҡан шәхес булды ул. Ололар һөйләүенсә, ҡурайҙа ла уйнаған, халыҡ йырҙарын да оҫта башҡарған ул. "Ҡайным дәртләнеп китеп ҡурай уйнаһа, тыны менән үлән ҡурайҙы яра өрөр ине", тип иҫләй уның хаҡында кейәүе Йәүҙәт Мөхәмәтйәров.