14 декабрҙә Өфөнөң Республика милли музейында "Башҡорт теле көнө" сиктәрендә башҡорттарҙың музыкаль фольклорын һаҡлау буйынса "Оҙон көй һәм йыраусы" Төбәк-ара форумы үтте. Сараны Республика халыҡ ижады үҙәге ойошторҙо, унда республика райондарынан, РФ өлкәләренән 90-дан ашыу кеше ҡатнашты. Форум барышында Башҡортостандың халыҡ артисы, ҡурайсы Юлай Ғәйнитдиновтың "Оҙон көй һәм йыраусы" тигән өр яңы китабының исем туйы үтте, философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев "Урал батыр" эпосына бәйле ҡыҙыҡлы әңгәмә тәҡдим итте.
Юлай Ишбулды улы үҙенең сығышында ни өсөн барлыҡ йырсыларҙың да йыраусы, барлыҡ ҡурайҙа уйнаусыларҙың да ҡурайсы тип аталырға хаҡы булмауы хаҡында әйтеп үтте. Ысынлап та, кемдәр һуң улай булғас, ысын йыраусылар һәм ҡурайсылар?
Был һорауға Юлай Ғәйнетдинов ҡыҫҡаса шулай яуап бирҙе:
– Утыҙынсы йылдарҙа фәҡәт бер кешене генә йыраусы тип атағандар. Ул да булһа, Әбдрәхим Исҡужин. Уны фамилияһы менән атамағандар, "Әбдрәхим йыраусы" тигәндәр. Ә ҡурайсыға килгәндә, ысын ҡурайсы көйҙөң кодына инергә, уны йөрәге аша үткәреп кисерергә, тарихын һәм төрлө ырыуға хас варианттарын белергә, кәрәк икән йырлап йә бейеп күрһәтергә, ҡурай һәм ҡурайсы исемен һаҡларға, был төшөнсәләргә тап төшөрмәҫкә, тар мәнфәғәттәрҙән сығып эш итмәҫкә, ҡурайҙы ситтәрҙең үҙләштереү маҡсатына булышлыҡ иткән ынтылыуҙарға юл ҡуймаҫҡа тейеш. Ә инде көйҙәрҙең бер төрлө башҡарылышын ғына күкрәккә һалып йә өзләп матур итеп уйнап ҡына сәхнәлә йөрөүселәр, ғәфү итһендәр, бәлки ҡатыраҡ әйтәмдер, улар ҡурайҙа уйнаусылар ғына...
Ә инде ситтәрҙең оҙон көйҙәребеҙҙе, ҡурайыбыҙҙы үҙләштереп маташыуҙары мәсьәләһенә килгәндә, был хаҡта ла әйтеп үтте Юлай Ишбулды улы, "был хаҡта өндәшмәй ҡала алмайым" тине. Әйткәндәй, уның яңы китабында был хаҡта айырым мәҡәлә бар.