Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 290-сы күҙәтеүем: "Милли рухтағы балҡыш!"

12 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығының "Башҡорт теле көнө тураһында"ғы Указы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт теле серҙәре" тигән интеллектуаль уйын үтте. Институттың Башҡорт һәм башҡа телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы сараны ойоштороуға ҙур көс һалған. Ысын мәғәнәһендәге Рух байрамы булды был көн. Нимә генә тимә, кеше үҙенең милли асылында ғына балҡый ала шул. Уҡыусыларҙың хыял-фантазияһының сиге булманы. Уларға ижад иреклеге һәм төп ҡорал итеп туған телен генә бир икән! Тағы уларҙың заманса технологияларҙы яҡшы белеүе, шул белемде милли рух, башҡорт теле менән үрә белеүе жюри ағзаларын хайран итте!

12 декабрҙә Башҡортостан Республикаһы Башлығының "Башҡорт теле көнө тураһында"ғы Указы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында "Башҡорт теле серҙәре" тигән интеллектуаль уйын үтте. Институттың Башҡорт һәм башҡа телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы сараны ойоштороуға ҙур көс һалған.

Ысын мәғәнәһендәге Рух байрамы булды был көн. Нимә генә тимә, кеше үҙенең милли асылында ғына балҡый ала шул. Уҡыусыларҙың хыял-фантазияһының сиге булманы. Уларға ижад иреклеге һәм төп ҡорал итеп туған телен генә бир икән! Тағы уларҙың заманса технологияларҙы яҡшы белеүе, шул белемде милли рух, башҡорт теле менән үрә белеүе жюри ағзаларын хайран итте!
Туған тел байрамында Өфө һәм республика урта һәм махсус белем биреү мәктәптәренең 8-11 класс уҡыусыларынан торған 4 команда ҡатнашты. Дүрт турҙан торған сәмле ярыштың һөҙөмтәһе түбәндәгесә булды:

1-се урынды Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика гимназия-интернатының "Беренселәр" командаһы алды.
2-се урынды Өфөнөң Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһың "Башҡорттар" командаһы яуланы.
3-сө урынды Өфөнөң Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының "Осҡон" командаһы менән Республика инженер лицей-интернатының "Өфө инженерҙары" командаһы бүлеште.
Читайте нас: