Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Әхмәтзәки Вәлидиҙең тыуған көнө. Алдағы йыл уның тыуыуына 130 йыл туласаҡ. Ғүмеренең иң ҙур өлөшөн тыуған иленән ситтә үткәрһә лә, Вәлиди бер ваҡытта ла күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән, халҡыбыҙға ғилеме менән хеҙмәт иткән.Ундай илһам сығанағын ҡайҙан алған һуң ул?
1923 йылдың 3 февралендә яҙған "Башҡорт халҡына хушлашыу хаты"нда был хаҡта ул шундай аңлатма бирә:
"Мин үҙем, боронғоларҙы белгәнлектән, уңышһыҙлыҡҡа осраған сәғәттәрҙә һис бер ваҡыт күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәнем. Иҫкә алынған ҡәүемдәр хөрриәт өсөн ватандарын ҡалдырып киткәндәр, әммә хөрриәт ҡаҙанғандар. Беҙҙең милләтебеҙ, аҡтамыр киҫәге кеүек, тупраҡ араһында бәләкәй генә киҫәге ҡалһа ла, яңынан терелеп, бөтөн баҡсаға таралыр..."
Ошо ҡыҫҡа ғына юлдарҙа күпме һабаҡ, рухи тәрбиә ята. Атай-олатайҙарыбыҙ беҙ ошо ерҙә йәшәһен өсөн атҡа атланып, йәнен фиҙа ҡылған, был хаҡта күпме аҫыл йырҙар, дастандар, ҡобайырҙар тыуған. Бөгөн килеп кемдер берәү күңел төшөнкөлөгөнә бирелә, негатив уйҙарға сорнала, "минән булмай", тип ҡулын төшөрә икән, тимәк ул халҡыбыҙҙың данлы үткәнен белмәй, тарихын һанламай, битараф.