булһа эфир башланғанда дикторҙарҙың тамашасыларға "Хөрмәтле телевизор
ҡараусылар!" тип өндәшеүе. Күренеп тора: бындай өндәшеү урыҫсаның
калькаһы, йәғни "уважаемые телезрители" тигәндән алынған.
Башҡортсаһында был һүҙҙәр айырым яҙылғас, логика буйынса диктор, үҙе лә
һиҙмәҫтән "телевизорҙың хөрмәтле икәнен" аңлата шикелле. Дөрөҫө шулай
булырға тейештер: "Телевизор ҡараусы хөрмәтле дуҫтар!" Был
хәл-мәсьәлә бик бәхәсле, шуға күрә башҡаларҙың да фекерҙәрен ишеткем килә.