Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 283-сө күҙәтеүем: "Рәхмәт, Хәбир, рәхмәт Рәжәп!"

БөгөнХалыҡ-ара Ир-аттар көнөндә ике класташыма әйтелмәй ҡалған рәхмәт һүҙҙәремдееткерергә булдым. Беҙ,Буранбай ауылы балалары, үҙебеҙҙәге башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң Сыңғыҙһигеҙ йыллыҡ мәктәбенә йөрөп уҡыныҡ. Дәрестәр тамамланып ҡайтырға сыҡһаҡ,Һаҡмар аша һалынған аҫылмалы баҫма янында беҙҙе Сыңғыҙ егеттәре көтөп тороп,туҡмап ҡайтарырға, һис юғы һәр ҡайһыбыҙға берәр тапҡыр булһа ла эләктерепҡалырға яҫҡына. Класташым Хәбир Уразбаев: "Әхмәргә теймәгеҙ, ул Ғүмәрағайҙың улы", — тип мине баҫма аша имен-аман үткәреп ебәрә. Иртәгеһенә ләшул уҡ хәл ҡабатлана...

Һигеҙенсене тамамлағас, 11 ауылдаш класташ егет Баймаҡта яңы асылған СПТУ-ға уҡырға китте лә барҙы. Беренсе Этҡол урта мәктәбенә беҙҙең кластан мин, тағы 10 ҡыҙ уҡырға йөрөнөк. Был ауыл егеттәре тағы ла уҫалыраҡ. Был юлы инде Ямаш ауылы егете, класташым Рәжәп Мәхмүтов мине яурындары менән ышыҡланы һәм Хәбир менән һөйләшеп үк ҡуйғандай: "Ғүмәр ағайҙың малайына тейһәгеҙ..."— тип яҫҡыныусыларға ҡаршы сыҡты.


Рәхмәт Хәбир, рәхмәт Рәжәп, һеҙ миңә шул саҡтарҙа юлымда осраған Хызыр Илъяс булдығыҙ!
Читайте нас: