Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ. Мең дә бер күҙәтеүем 282-се күҙәтеүем: "Кем оҫтараҡ алдаҡсы?"

– Беҙ,Баймаҡ районы лесниктары, йыйылышып, яҡташ яҙыусыларыбыҙға ярҙам итергә булдыҡ. Аҡса менән ярҙам итә алмайбыҙ, үҙебеҙ ҙә аҡса төһө күргән юҡ. Ризаһыңмы? – Уңайһыҙ бит, ағай... – Нимәһе уңайһыҙ, үҙеңә кәрәкмәһә, береһенә һатырһың, 25 мең эсеңде тишмәҫ. Ҡыҫҡаһы, уйла, мин һиңә 5 минуттан шылтыратам. – Ярар, ағай, һеҙ үҙегеҙ ҡайһы леспромхоздан? – Крепостной Йылайыр......Тәк, эләкте ағай ҡармаҡҡа...

Әхтәм ағай Абушахмановтың һөйләгәне иҫкә төштө. Ул да Әбйәлил районынан килер мунса бураһын көтөп ике тәүлек аэропорт юлында ултырып һемәйгән. Аңлашылды был лесниктың кем икәне. 5 минуттан тағы шылтырау:
– Шунан, Әхмәр ҡустым, уйланыңмы?
– Эйе, ағай, һеҙ үҙегеҙ ҙә аҡса төһө күрмәгәс, барыбер уңайһыҙ. Шуға күрә мин үҙемә тигән бураны филармонияла эшләгән хәйерсе генә бер артисҡа бүләк итәм.
– Кемгә?
– Юнир Салауатовҡа..
– Юнир Салауатов, ярар, филармонияға шылтыратып, телефон номерын табып, һинең исемдән бүләк итербеҙ...


...5 минуттан Юнир ағай шылтыратып, хәҙер инде телефон трубкаһына терәгән гәзитте алып ташлап, мине еңеүем менән ҡотланы.


Читайте нас: