Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 281-се күҙәтеүем: "Һорау асыҡ килеш ҡала..."

Шундай һорауҙарға яуап эҙләгәнегеҙ барҙыр, моғайын:әйтәйек, кеше үлгәндән һуң уның тауышы, энергетикаһы, рухы, күңеле, уйҙарыҡайҙа була икән? Улар башҡаларҙың тауышында, рухында, күңелендә, уйҙарындайәшәүен дауам итә, тип еңел генә яуап та бирергә мөмкин булыр ине был һорауға.Ә башҡаларҙа йәшәүен дауам итмәгәндәренеке ҡайҙа була, улайһа? Яҙыусы-журналистАлександр Никонов та ошо һорауға яуап эҙләп, шундай ҡыҙыҡлы фекергә килә...

"Мин үлгәндән һуң йәнем, уйҙарым, тормош тәжрибәм ҡайҙа була һуң?"— тип тыныслана алмайҙар тынғыһыҙ йәндәр. Ҡайҙа икәне билдәле, улар керәндилде ашағандан һуң уртаһындағы тишеге ҡайҙа булһа, шунда китеп юғала. Һеҙҙең данлыҡлы шәхесегеҙ ҙә пружинаһының көсө бөткәндән һуң сәғәт уҡтарының йүнәлешенә инеп юғала".
Никонов менән килешмәҫкә лә була, шулай ҙа керәндилде ашағандан һуң уртаһындағы тишеге ҡайҙа була һуң? Һорау асыҡ килеш ҡала...
Читайте нас: