13 ноябрҙә Баймаҡ лицей-интернаты фойеһында лицей уҡыусылары, уҡытыусылары менән берлектә ҡаршыланы "Теге өсәү" беҙҙе. Улар: Ғәлинур Дәүләтбаев, Йәнгел Шәрипов, Рәсүл Уразбаев. Осрашыуҙа яҙыусыларҙан Таңсулпан Ғарипова, Мөнир Ҡунафин, Фирүзә Абдуллина-Байтурина, мин ҡатнаштыҡ. Беҙҙе Баймаҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина оҙатып йөрөнө. Беҙҙе уҡыу йорто тәрбиәләнеүселәренең, бигерәк тә егеттәрҙең дәртле, тапҡыр һәм ихлас булыуҙары хайран итте! Ҡыҙҙары ла моңло, мөләйем һәм һөйкөмлө!
"Теге өсәү"гә килгәндә, уларға Йәмил, Филүс һәм Ғәзиздең үҙҙәре көнләшерлек һәм һоҡланырлыҡ булды. Ҡайһы бер урындарында улар төп "Теге өсәү"ҙәрҙән арттырып та ебәрҙеләр. Лицей-интернат директоры Иҙел Данил улы Әбүбәкиров мәсьәләне бик ҡаты ҡуйған: бындай ролдәрҙе башҡарыр өсөн уларға һәр йәһәттән мәктәптә алдынғы, башҡаларға өлгө булыу талап ителә. Афарин егеттәр!