Уның йөрәк моңо күңелебеҙгә сабый сағыбыҙҙан радио аша ағылып, бишек йыры менән һеңгән һәм рухиәтебеҙҙең айырылмаҫлыҡ өлөшөнә әүерелгән. Беҙ бала саҡта "Башҡорт халыҡ йыры — Рамаҙан Йәнбәковтың тауышы" тип белеп үҫтек. Мәшһүр "Уйыл", "Сибай", "Абдрахман", "Тәфтиләү", "Түрәкәй" йырҙары ла уның башҡарыуы аша булмышыбыҙҙа нығынған. "Йөрәк моңо" тип мин осраҡлы рәүештә генә әйтмәнем, ул күкрәк тауышы менән генә түгел, йөрәге менән дә йырланы, рухи ауазы менән булмышыбыҙҙы әсир итте. Юлай Ғәйнетдинов һүҙҙәре менән әйткәндә "уның моңона ҡурай тауышы һеңгәйне"
Рамаҙан Йәнбәковтың моң хазинаһы тыуып үҫкән тупрағынан, эсеп үҫкән һыуынан, берҙәй үк шәхсән сифаттарынан да киләлер. Һәр ваҡыт кешеләр менән аралашып, уларҙың күңелен күтәрер өсөн ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләүсе ғәжәйеп ихлас кеше булды ул. Ихластың ҡәлебе Хоҙай урыны тиҙәр. Баҡыйлыҡтағы урыны ожмах түрҙәренән булыр, иншаллаһ!