Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем. 275-се күҙәтеүем: "Алтын ҡурай" старт алды.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми ҡурай хаҡында бөйөк һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған: Башҡортлоҡ – ул милләт кенә түгел, Ҡурай кеүек ябай, ҡатмарлы. Ерҙә әле рух бар – халыҡ рухы, Ҡабул итмәй ул рух юҡ-барҙы. Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуына, шулай уҡБашҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тулыуының тапкилеүе, шулай уҡ Журналистарҙың халыҡ-ара бәйгеһенең "Алтын ҡурай"тип аталыуы, конкурстың ете номинацияла үтеүе осраҡлы түгел һәм ул тәрәнсимволик мәғәнәгә эйә. Бәйге еңеүселәре араһында РФ республикалары һәм өлкәләрежурналистарынан тыш Канаданан, Чехиянан, Төркиәнән, Әзербайжандан ҡәләммаһирҙары бар...

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында "Алтын ҡурай" халыҡ-ара журналистар бәйгеһенең йомғаҡлау сараһы үтте. Кисә башында республика етәксеһе Радий Хәбиров исеменән йыйылған ҡунаҡтарҙы, еңеүсе журналистарҙы Башҡортостан Башлығының матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров сәләмләне. Уңыш ҡояшы Башҡортостан журналистарына ла йылмайҙы: "Еремдән уңдым" номинацияһында өсөнсө урынға – Башҡортостандан Ләйлә Аралбаева ("Төрксой" журналы), икенсегә – Чехияла йәшәүсе Миләүшә Годбодь, "Интернетта иң яҡшы эш" номанацияһында еңеүсе призына Зәйтүнә Ниғмәтйәнова лайыҡ булды. Мостай Кәрим ижадына бәйле номинацияла еңеүселәрҙе халыҡ шағирының ҡыҙы Әлфиә Мостай ҡыҙы ҡотланы. "Алтын ҡурай" конкурсы башланғысының киләсәктә лә дауам ителеренә тулы ышаныс бар.
Читайте нас: