Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 273-сө күҙәтеүем: "Рогаткалы малайҙар"

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 273-сө күҙәтеүем: "Рогаткалы малайҙар" Бөгөн "Теге өсәү" юл хәүефһеҙлеге темаһына әңгәмә ҡорҙо. Ысынлап та, кемдәр юлда күберәк хәүеф тыуҙыра: автомобилдәрме, әллә йәйәүлеләрме? Бында ҡайһылыр яҡты ғәйепләү ҙә дөрөҫ булмаҫ кеүек, сөнки водителдәр психологияһы менән йәйәүләнеке ныҡ айырыла. Шуға күрә мәсьәләгә бер нисә күҙлектән ҡарайыҡ: - беренсенән, мин ошоғаса ике йәйәүленең төкөшөп, кемеһенеңдер үлеп ҡалыуы хаҡында ишеткәнем булманы (әгәр ҙә йоҙроҡ йә башҡа ҡорал ҡулланмаһалар). Тимәк, автомобиль иң ҙур хәүеф сығанағы булғас, водителдең яуаплылығы ла йәйәүленекенән күпкә артығыраҡ; - икенсенән...

- икенсенән, хәүеф ситуацияһы килеп тыуған осраҡта (ғәйеп ике яҡта ла булыуы бар) йәйәүленең маневр мөмкинлеге сикле: ул ҡапыл ҡасып йә ситкә тайшанып ҡотола алмай, баҫҡан ерендә өҫкә һикереп, машинаны аяҡ аҫтынан ғына үткәреп ебәрә ала. Был мөмкин түгел. Водитель ошо хәлде иҫтә тоторға һәм йәйәүле хаталанған хәлдә лә, уға юл бирергә тейештер;
- өсөнсөнән, йәйәүле юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен өйрәнеп, уның буйынса имтихан биргән осраҡта ғына водитель менән бер тигеҙ яуаплы була алалыр;
- дүртенсенән, йыл һайын тиҫтәләгән мең кешенең ғүмерен ҡыйған юл-транспорт ваҡиғаларын "һуғыш" менән дә сағыштыралар. Ҡаршы яҡҡа йәрәхәт һалыу йәһәтенән йәйәүле был осраҡта "автоматтар менән ҡоралланған гангстерҙар"ға ҡаршы тороусы "рогаткалы малай" ғына;
Һ.б.
Читайте нас: