Ағиҙел
+10 °С
Болотло
ӘҘӘБИӘТ
ЙӘМҒИӘТ
ӘҘӘБИ ЯҢЫЛЫҠТАР
ВК
ТЕЛЕГРАМ
Бөтә яңылыҡтар
МЕҢ ДӘ БЕР КҮҘӘТЕҮЕМ. Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.
14 Октябрь 2019, 18:30
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 272-се күҙәтеүем: "Үлмәне, һәләк булды!"
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 272-се күҙәтеүем: "Үлмәне, һәләк булды!" Бөгөн ауылдашым, күршем, дуҫым, ҡәләмдәшем, мәшһүр шағирыбыҙ Рәйес Түләктең тыуыуына 60 йыл. Беҙ XX быуат башы башҡорт шиғриәте хаҡында һүҙ йөрөткәндә иң тәүгеләрҙән булып Шәйехзада Бабич исемен атаһаҡ, XXI быуат башы хаҡында әйткәндә хаҡлы рәүештә тәүгеләрҙән булып Рәйес Түләкте телгә алабыҙ. Әгәр ҙә ул үҙен һаҡлаған булһа, беҙ уны һаҡлаһаҡ, оҙағыраҡ йәшәр ине Рәйес, тибеҙ. Бының менән килешмәйем, беренсенән, был осраҡта беҙ уға, шағирға: "Үҙ-үҙеңде һаҡлап, сама менән генә ян", — тип әйтергә тейеш инек. Икенсенән, Рәйес кеүек шағирҙар үлмәйҙәр, улар
ҺӘЛӘК булалар. Рәйес дуҫыбыҙ, ҡәләмдәшебеҙ "Яныу" тигән поэма яҙып, халҡыбыҙҙы янғындан иҫкәртер өсөн Хоҙай тарафынан яратылғайны. Вазифаһын үтәне, һүҙен әйтте лә, китеп тә барҙы. Үлмәне, һәләк булды!
Читайте нас: