Бөтә яңылыҡтар

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 271-се күҙәтеүем: "Ҡатын-ҡыҙ руль артына ултырһа, йырлайһың икән..."

Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ Мең дә бер күҙәтеүем 271-се күҙәтеүем: "Ҡатын-ҡыҙ руль артына ултырһа, йырлайһың икән..." Атайымдың әсәһе Тайфа ҡартәсәйемдең иҫ белгәнемдән алып бертуҡтауһыҙ үҙ алдына йырлап йөрөүен иҫемдә ҡалдырғанмын. Гөлнур апайым да уғаоҡшаған: берәйһе уға ауыр һүҙ әйтеп, күңелен ҡыйырға уйлаһа, ҡырын ҡараһа, тотакилеп йыр башлай. Уларҙың ни өсөн шулай итеүҙәре хаҡында күп уйланғаным булды,әммә яңыраҡ минең менән дә бер хәл булды ла, үҙем дә һиҙмәҫтән йырларғатотондом...

Йәшерәк быуын әҙибәләре Лилиә Һаҡмарҙың, Гөлназ Ҡотоеваның, Фәрзәнә Аҡбулатованың, Айгөл Айытҡолованың, Айгөл Иҙелбаеваның, Әлиә Саматованың автомобиль йөрөтөүҙәрен белә инем. Әммә береһенә лә ултырып йөрөгәнем булманы. Быйыл 11 октябрҙә Зөлфиә Ханнанова мине "Йөрәк һүҙе"ндә алған арбаһына ултыртты, малай! Маршрутыбыҙ: БР Хөкүмәте йортонан "МВД мәктәбе"нә тиклем. Ҡуҙғалып та киттек, үҙем дә һиҙмәҫтән "Зөлхизә"не һуҙып ебәрҙем. "Дуҫлыҡ монументы"н үткәс, "Ашҡаҙар"ға күстем. Тәғәйен ерҙә төшөп ҡалғас, Зөлфиә ҡуҙғалып китте, эй, ҡыҙыҡайың, ҡуҙғалып китеүҙәре, хәс тә Рәшиҙә Туйсинаның "Заһиҙә"не бейей башлауы һымаҡ!

"Ул ара ғына пүстәк. Хөрмәт Үтәшев менән Морат Лоҡмановты Торатауҙан Өфөгә тиклем ултыртып алып ҡайттым. Ярар, Морат хәҙрәт кеше, доғаһын уҡығандыр, Хөрмәт ағай ҡайһы геройының монологын уҡыны икән?" — тине һуңынан Зөлфиә шылтыратып.


Хәҙер инде Тайфа ҡартәсәйем менән Гөлнур апайымдың ни өсөн
йырлағандарын аңлайым...
Читайте нас: